Халыҡ-ара театр көнө

Март 27, 2023 Просмотров: 27
Бөгөн – Халыҡ-ара театр көнө. Был дата 1961 йылдан билдәләнә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә. Билдәле булыуынса, театрҙы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ярата. Уның мөмкинлектәре сикһеҙ, йоғонтоһо ла ҙур. Ул шатландыра, күңелде күтәрә һәм балаларҙың һәләтен үҫтерә. Кескәйҙәр мөғжизә һәм әкиәттәргә нығыраҡ ышана.
Беҙҙең "Ирәндек" лицейында ла мәктәп театры бик уңышлы эшләй. Балалар бер-береһенә ярҙам итеү, изгелек, ҡомһоҙлоҡ һәм хәйләкәрлек кеүек төрлө сифаттар аша үҙҙәренә ситтән ҡарап, тормошта кешеләрҙең яҡшы яҡтарын күрергә өйрәнә, тамашасылар алдында сығыш яһап, үҙ-үҙҙәренә ышаныс, кешеләр алдында үҙеңде тота белеү тәжрибәһе барлыҡҡа килә, телмәре үҫешә.